11 декабрь, Йәкшәмбе

30 декабрь 2013 йыл, 11:43

Өфөлә икенсел торлаҡ баҙарында хаҡтар йыл башынан алып 4 процентҡа артҡан

автор: Эльвира Латипова

Өфөлә 25 декабргә ҡарата икенсел торлаҡ баҙарында бер квадрат метрҙың уртаса хаҡы 61,5 мең һум самаһы тәшкил итә. «Эксперт» күсемһеҙ милек агентлыҡтары селтәре мәғлүмәттәренә ярашлы, йыл башынан алып был сегментта хаҡтар 4 процентҡа үҫкән.

Иң ҡиммәтле «квадраттар» һәр саҡтағыса бер бүлмәле фатирҙарҙа: 63,7 мең һум. Һуңғы айҙа улар 1 процентҡа хаҡын юғалтҡан. Икенсел баҙарҙа ике бүлмәле фатирҙарҙың квадрат метры, бер ай алдан тәҡдим ителгән кеүек – уртаса 60,3 мең һум. Өс бүлмәлеләрҙең«квадраты» – 59,4 мең һум, күп бүлмәлеләрҙең – 62,2 мең һум (ике категорияла ла бер ай эсендә 1,5 процентҡа артҡан).

Торлаҡҡа хаҡтар районына ҡарап ярайһы уҡ айырыла. «Эксперт» күсемһеҙ милек агентлыҡтары селтәре «икенсел» квадрат метрҙың иң юғары уртаса хаҡын баш ҡала үҙәгендә билдәләгән: 71,5 мең һум. Унан ҡала кәмеү яғына табан Йәшел сауҡалыҡ (66,5), Октябрь проспекты (64,9), Сипайлово биҫтәһе 63,9), Черниковка (55,8), Инорс(54,6), Дим (53,3), Затон (50,3), Шаҡша (44) биҫтәләре килә.