4 декабрь, Йәкшәмбе

30 декабрь 2013 йыл, 9:38

Адреслы капиталь ремонтлау программаһы тамамланды

автор: Розалия Вәлиева

Башҡортостанда күп фатирлы йорттарҙы капиталь ремонтлау буйынса  дәүләт корпорацияһы — Торлаҡ-коммуналь хужалыҡты реформалаштырыуға булышлыҡ итеү фонды средстволары ҡатнашлығында 2013 йылғы адреслы программаны тормошҡа ашырыу тамамланды, тип хәбәр итә «Торлаҡ-коммуналь хужалыҡты реформалаштырыуға булышлыҡ итеү фонды» дәүләт корпорацияһының Йәмәғәтселек менән бәйләнеш идаралығы.

Программаға ярашлы, 2013 йылда 51 күп фатирлы йорт (дөйөм майҙаны 220 мең квадрат метр) капиталь ремонтланды, 7 мең 887 кешенең йәшәү шарттары яҡшыртылды. Адреслы программаны тормошҡа ашырыуҙа алты ҡала ҡатнашты: Өфө, Дүртөйлө, Күмертау, Октябрьский, Туймазы һәм Стәрлетамаҡ.

Программаны тормошҡа ашырыуға финанслауҙың бөтә сығанаҡтарынан 444,4 миллион һум аҡса бүленде, шуларҙан Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ фонды средстволары 196,2 миллион һум тәшкил итте, муниципаль берәмектәр бюджеттары средстволары — 176,7 миллион һум, милекселәрҙең аҡсаһы— 71,5 миллион һум.

Программа сараларына ярашлы, күп фатирлы йорттарҙың ҡыйығы, фасадтары, инженер коммуникациялары ремонтланды, 22 лифт алмаштырылды.