10 декабрь, Шәмбе

27 декабрь 2013 йыл, 16:46

Мәскәүҙә Салауат Низаметдинов иҫтәлегенә фестиваль үтә

автор: Ғәлиә Нәбиева

Бөгөн, 27 декабрҙә, Мәскәүҙә «Рәсәй Композиторҙар союзы» рәйесе Владислав Казенин «Башҡортостандан Мәскәүҙә һәм Санкт-Петербургта уҡыусы студенттар һәм аспиранттар ассоциацияһы» етәксеһе Азат Бәҙрәнов менән осрашты.

Осрашыуҙа Салауат Низаметдинов иҫтәлегенә Башҡорт йырҙары студент фестивале үткәреү тураһында килешеүгә өлгәшелде. Сара башҡортса йырларға яратыусылар араһында өс номинация буйынса уҙасаҡ: «халыҡ йыры», «халыҡ йырына әйләнгән эстрада йыры» һәм «автор йыры».

Фестивалдең ойоштороу комитеты составына шулай уҡ Башҡортостандың Мәскәүҙәге Тулы хоҡуҡлы вәкиллеге, Башҡортостан юлдаш телевидениеһы, «Мираҫ» хәйриә фонды һәм БР Композиторҙар союзы инәсәк.

Фестиваль 2014 йылдың 16 апрелендә Мәскәү композиторҙар йортоноң Ҙур концерт залында үтә.