3 декабрь, Шәмбе

27 декабрь 2013 йыл, 16:39

Башҡортостан ҡотҡарыусылары дәүләт наградаларына лайыҡ

автор: Сергей Захаров

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов, 27 декабрҙә һөнәри байрамдарын – Рәсәй ҡотҡарыусылар көнөн билдәләүсе Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының бер нисә хеҙмәткәрен наградлау тураһында указға ҡул ҡуйҙы.

Республика халҡын һәм территорияһын ғәҙәттән тыш хәлдәрҙән һаҡлау эшенә күп йылдар намыҫлы хеҙмәт иткәне һәм тос өлөш индергәне өсөн төбәк башлығының Рәхмәт хаты менән «Федераль Янғынға ҡаршы хеҙмәттең БР буйынса 22-се отряды»ның әйҙәүсе белгесе Леонид Алябушев, « Федераль янғынға ҡаршы хеҙмәттең БР буйынса 5-се отряды» 10-сы янғын һүндереү часы начальнигы Константин Бурлак, РФ Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан республика Ветерандар Советы рәйесе Валерий Марванов, янғын һүндереү машиналарын йөрөтөү буйынса өлкән инструктор –«Федераль янғынға ҡаршы хеҙмәттең БР буйынса 28-се отряды» 44-се янғын һүндереү часында водитель Тимерйән Лоҡманов бүләкләнде.

«Башҡортостан Республикаһында фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн» отличие билдәһенә РФ Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса баш идаралығы начальнигының беренсе урынбаҫары Закир Хужәхмәтов лайыҡ булды.

Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһы менән «Федераль янғынға ҡаршы хеҙмәтиең БР буйынса 28-се отряды» 61-се янғын һүндереү часы начальнигы  Венер Дусуев, граждандарҙы һаҡлауҙы тәьмин итеү хеҙмәте начальнигы Вячеслав Киселев, БР Авария-ҡотҡарыу хеҙмәте начальнигы Евгений Таран, Нефтекама ҡалаһы Граждандарҙы һаҡлау идаралығы начальнигы Ришат Хәбибуллин бүләкләнде.

«Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы» почетлы исеменә юғары профессональ оҫталығы һәм күп йылдар намыҫлы хеҙмәте өсөн РФ Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса дәүләт идаралығы начальнигы урынбаҫары – надзор эшмәкәрлеге идаралығының тәүтикшереү бүлеге начальнигы Рөстәм Ғафаров лайыҡ булды.