4 декабрь, Йәкшәмбе

27 декабрь 2013 йыл, 16:04

Башҡортостанда яңы быуын юғары уҡыу йорто ойошторола

автор: Людмила Терновая

Башҡортостанда яңы быуын инновацион күп профилле вуз барлыҡҡа киләсәк. Бындай ҡарар Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис университеты менән М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының ғилми Советтары ултырыштарында ҡабул ителде. Яңы типтағы университет йәмғиәттең  иҡтисади, социаль, гуманитар өлкәләре, шулай уҡ халыҡ хужалығының тауарҙар етештереү һәм халыҡты хеҙмәтләндереү тармаҡтары өсөн кадрҙар әҙерләйәсәк.

— Башҡортостанда юғары профессиональ белем биреү өлкәһендә үҙенсәлекле ваҡиға була — ике университет бер университетҡа берләшә, — тине Дәүләт Думаһы депутаты Александр Дегтярев. — Яңы вуздың исеме әлегә билдәләнмәгән, әммә ике вариант бар — «Башҡортостандың яңы юғары мәктәбе» һәм «Яңы Өфө юғары мәктәбе». Был ике университет социаль-гуманитар, иҡтисад һәм  педагогия профилендә белгестәр әҙерләү йүнәлештәрен берләштерә.

Ғилми Советтар ултырыштарында Рәсәй Мәғариф һәм фән министрлығына Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис университеты менән Башҡорт дәүләт педагогия университетын ҡушыу нигеҙендә яңы юғары уҡыу йорто ойоштороу тәҡдиме менән мөрәжәғәт итеү тураһында ҡарар ҡабул ителде.

темалар: вуздар, мәғариф