11 декабрь, Йәкшәмбе

27 декабрь 2013 йыл, 14:24

31 декабрҙә «БЮТ»-та «Урғалы» музыкаль фильмының премьераһы

автор: Эльмира Сабирова

Уҙып барған йылдың һуңғы көнөндә Башҡортостан юлдаш телевидениеһы тамашасыларын Яңы йыл бүләге көтә. 21 сәғәттә «Урғалы» серле исеме аҫтында музыкаль фильм башлана.

Башҡортостан юлдаш телевидениеһында аңлатыуҙарынса, был фантастик тарихтың исеме Балаҡатай районындағы Урғалы ауылы менән бәйле түгел.

Силәбеләр, кеше ышанмаҫлыҡ был ваҡиға Силәбе өлкәһендә булды, тип дәлилләй. Екатеринбург халҡы, Уралдың баш ҡалаһынан алыҫ түгел, тип ныҡыша. Йөҙләгән ауыл уның менән маҡтана, тап меңләгән кеше был ваҡиға шаһиты, һәм хатта был тарихтың төп геройҙары булды, тип раҫлай. Әммә, ысынында иһә, бер кем дә ҡайҙа булғанын, ғөмүмән, булғанмы-юҡмы икәнен белмәй.

Сценарий авторы Дамир Йосопов, режиссеры Айнур Асҡаров, операторҙар Александр Лысенко, Илсур Ишәев.

Ролдәрҙә: Азамат Тимеров, Рәсүл Ҡарабулатов, Лилиә Биктимерова, Рөстәм Ғиззәтуллин, Заһир Иҫәнсурин, Ирек Булатов, Әлфиә Әмирханова, Диана Ишниязова, Артур Кәбиров, Милена Сираева, Илсур Тайсин, Сәйет Билалов.

Фильм директоры Гүзәл Ғөбәйҙуллина, продюсеры Рита Өмөтбаева.