11 декабрь, Йәкшәмбе

27 декабрь 2013 йыл, 14:19

Өфө һайлау комиссияһы рәйесе Владимир Путин менән осрашыуҙа булды

автор: Ғәлиә Нәбиева

Рәсәй Президенты Владимир Путин Яңы йыл алдынан илдең бөтә кимәлдәрҙәге һайлау комиссиялары вәкилдәре менән осрашыу үткәрҙе. Саҡырылғандар иҫәбендә Өфөнөң 185-се участка һайлау комиссияһы рәйесе Ғаяз Хисмәтуллин да булды. Осрашыуҙа һайлау системаһының асыҡлығын арттырыу мәсьәләләре тикшерелде.

Владимир Путин, беҙҙең һайлау комиссияларында 46 партия вәкилдәре эшләй, тип билдәләне. Был комиссиялар эшен законға ярашлы яһай, һайлауҙар һөҙөмтәләренә ышаныс арта. Дәүләт башлығы һайлау кампанияларында ҡатнашыусы партияларҙы консультациялау, ғәмәлдәге ҡануниәтте аңлатыу буйынса эште хупланы.

— Кешеләр үҙҙәренең хоҡуҡтарын белһен, уларҙы аңлаһын һәм үҙ эштәрен ғәмәлдәге ҡануниәткә ярашлы ҡора алһын өсөн был бик мөһим, тип иҫәпләйем, — тине Владимир Путин.

Башҡортостан юлдаш телевидениеһына интервью биргәндә Ғаяз Хисмәтуллин һөйләүенсә, ил Президенты менән һайлау комиссияларының эшен артабан уларҙың хоҡуҡи статусы күҙлегенән сығып ҡороу мәсьәләләре тикшерелде.

— Минең ҡайһы бер коллегаларым агитация үткәреү ҡағиҙәләрен ябайлаштырыу тураһында мәсьәләгә кире ҡайтырға, шулай уҡ тауыш биреү техникаһына ышаныс проблемаһын тикшерергә тәҡдим итте, — тип билдәләне участка һайлау комиссияһы рәйесе.

Владимир Путин һайлауҙарҙы ойоштороусыларға был һорауҙарҙы ҡануниәт һәм башҡа ҡыҙыҡһыныусы яҡтар менән тикшерергә вәғәҙә бирҙе.