4 декабрь, Йәкшәмбе

27 декабрь 2013 йыл, 12:25

Өфө районында Яңы йыл алдынан яңы балалар баҡсаһы асылды

автор: Ғәлиә Нәбиева

Өфө районы Жуков ауылының яңы микрорайонында 160 урынлыҡ балалар баҡсаһы асылды. Төҙөлөш йыл ярымға һуҙылды, уның тамамланғанын йәш ғаиләләр түҙемһеҙлек менән көтөп алды – бында күсенеп килгән һәр ғаиләлә тиерлек сабыйҙар бар бит, тип хәбәр иттеләр муниципалитет хакимиәтендә. Көтөп алынған ваҡиға менән Жуков ауылы халҡын Башҡортостан Республикаһы мәғариф министры урынбаҫары Владимир Аристархов һәм район хакимиәте башлығы Михаил Давыдов ҡотланы. Мәктәпкәсә тиклемге учреждениеның символик асҡысын уның мөдире Олеся Левченкоға «Прогресс» төҙөлөш компанияһы”  яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Арменак Тоноян тапшырҙы. Мәктәпкәсә тиклемге учреждение республика бюджеты средстволарына төҙөлгән.

Ике ҡатлы кирбес бинаны эмблема — балалар баҡсаһының исеме һәм символы булған ҡарлуғас биҙәй. Балалар баҡсаһында яҡты, йылы, иркен. Бында һигеҙ төркөм урынлашасаҡ. Һәр береһенең ишегенә матур итеп исемдәре яҙылған табличкалар эленгән: «Смешариктар», «Бал ҡорто», «Йондоҙсоҡтар», «Тамсылар», «Ҡояш», «Ҡыңғырауҙар», «Миләшкәй», «Көнбағыш». Улар барыһы ла уңайлы йыһаздар менән комплектланған. Процедура һәм изолятор бүлмәһе менән медицина кабинеты бар. Аҙыҡ-түлек блогы, кер йыуыу бүлмәһе яҡшы йыһазландырылған.

Учреждение территорияһында  газ мини-ҡаҙанлығы төҙөлгән. Асыҡ һауалағы уйын һәм спорт майҙансыҡтары яҡшы итеп йыһазландырылған.

Балалар өй туйлауға Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу килеүен түҙемһеҙләнеп көтә. Мәктәпкәсә тиклемге учреждение Яңы йыл каникулдарынан һуң тулы көскә эшләй башлаясаҡ. Урындағы халыҡ киләһе йылға яңы мәктәп Яңы йыл бүләге булыр, тип өмөтләнә.