5 декабрь, Дүшәмбе

27 декабрь 2013 йыл, 11:10

2008-2012 йылдарҙа төбәктә 16 мең кеше авария хәлендәге торлаҡтан күсерелде

автор: Розалия Вәлиева | фото: Олег Яровиков

Һуңғы биш йылда  Башҡортостанда һигеҙ адреслы программа тормошҡа ашырылды, 7,5 млрд һум аҡса үҙләштерелде, шул иҫәптән 4,5 млрд һумға яҡыны – Торлаҡ-коммуналь хужалыҡты реформалаштырыуға булышлыҡ итеү фонды средстволары иҫәбенә, авария хәлендәге 600-ҙән ашыу йорттан кешеләр күсерелде, 16 мең самаһы кеше яңы торлаҡ алды.

Граждандарҙы авария хәлендәге торлаҡтан күсереү һәм 2017 йылға тиклем был бурысты тулыһынса үтәү программаһын тормошҡа ашырыу буйынса кәңәшмә Республика  йортонда 26 декабрҙә үтте.

«Рәсәй Президенты май айындағы үҙ указдарында һәм Мөрәжәғәтнамәһендә граждандарҙы авария хәлендәге торлаҡтан күсереү проблемаһына иғтибар йүнәлтте. Сроктары билдәле: программаны 2017 йылдың 1 сентябренә тиклем үтәргә кәрәк», — тине Башҡортостан Президенты.

Был бурысты үтәү өсөн Торлаҡ-коммуналь хужалыҡты реформалаштырыуға булышлыҡ итеү фондының эшмәкәрлеге 2017 йылға тиклем оҙайтылды. Рәсәй Хөкүмәтенең күптән түгел сығарған Бойороғона ярашлы, төбәктәрҙә 1912 йылдың 1 ғинуарына тиклем авария хәлендә тип танылған торлаҡ фондынан граждандарҙы күсереү буйынса яңы төбәк адреслы программаһын раҫларға тейештәр. Башҡортостанда бындай торлаҡ 380 мең квадрат метр.  

Программаны тормошҡа ашырыу өсөн 12 млрд һум самаһы аҡса кәрәк. Етмәһә муниципалитеттарға күсерелгән майҙандан биреләсәк майҙанды арттырыу талабын үтәү өсөн тағы 2 млрд һум самаһы аҡса кәрәк.

— 2014-2016 йылдарға был маҡсаттарға республика бюджетында 5,6 млрд һумдан ашыу аҡса планлаштырылған, — тине Рөстәм Хәмитов. — Тимәк, беҙгә программаның план өлөшөн үтәү өсөн тағы 6,3 млрд һум аҡса эҙләп табырға кәрәк.

Республика башлығы шулай уҡ баҙар хаҡынан кәмерәк хаҡҡа торлаҡ төҙөү мәсьәләһен дә ҡуҙғатты — бер квадрат метрҙың был хаҡын киләһе йылдан төбәк үҙе билдәләйәсәк.

— Хоҡуҡ майҙаны сиктәрендә халыҡты күсереү программаларын тормошҡа ашырыуға айырым иғтибар бирергә теләйем, — тип билдәләне Президент. — Бөгөнгө көнгә граждандар һәм күҙәтеү органдары яғынан күп һанлы ялыуҙар күсереү программаһын тормошҡа ашырыуҙың бөтә этаптарында ла ҡағиҙә боҙоуҙарға юл ҡуйылыуын раҫлай. Был проблеманы ентекле ҡарарға, әүҙем эшләргә, үҙебеҙҙә булған бөтә ресурстарҙы тупларға кәрәк.  

Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты башлығы Камил Мансуров, 2014 йылда Башҡортостанда 178 мең квадрат метр торлаҡ тапшырырға планлаштырыла, бынан тыш, 8500 квадрат метр — республика программаһы сиктәрендә, тип хәбәр итте.