6 декабрь, Шишәмбе

26 декабрь 2013 йыл, 18:17

Зөһрә Рәхмәтуллина: «Башҡортостан Президентының Мөрөжәғәтнамәһе йәмғиәтте туплауға йүнәлтелгән»

автор: Ғәлиә Нәбиева

— Башҡортостан Президенты киләһе йылға төбәктең төп үҫеш нөктәләрен билдәләне, — тип республика башлығының БР Дәүләт Йыйылышына Мөрәжәғәтнамәһенә комментарий бирҙе Дәүләт Думаһы депутаты Зөһрә Рәхмәтуллина. — Был, иң элек, республика халҡының тормош сифатын, граждандарыбыҙҙың рухи һәм физик һаулығын үҫтереү, уларҙы лайыҡлы торлаҡ, эш шарттары менән тәьмин итеү, яңы эш урындары булдырыу.

Депутат әйтеүенсә, был моменттар айырыуса мөһим, сөнки республикала һәм тотош ил буйынса сәйәсәттең төп маҡсаты – халыҡтың тормош сифатын яҡшыртыу. Рәсәйҙә тормош ҙур, бай, күп милләтле илгә лайыҡлы булырға тейеш.

— Бөгөнгө Мөрәжәғәтнамә билдәләгән төп тема – иғтибарҙы йәмғиәтте туплауға йүнәлтеү. Граждандарҙың һәм властың үҙ-ара килешеп эшләүенә. Берҙәм йәмғиәт кенә тәғәйен һөҙөмтә бирә ала. Властың бөтә тармаҡтары ла, иң элек, республикала ла, ҙур илебеҙҙә лә халыҡтың көнкүрешен яҡшыртыуға эшләргә тейеш.

Республика алдында ярайһы уҡ ҡатмарлы йыл – ШОС һәм БРИКС саммиттарына әҙерлек, Рәсәй Президентының май айындағы указдарын тормошҡа ашырыу. Зөһрә Рәхмәтуллина, Мөрәжәғәтнамәлә ҡуйылған маҡсаттарҙы бойомға ашырыу өсөн республикала бөтә шарттар ҙа бар, тип билдәләне. Төбәк үҫешә, һөҙөмтәле инвестиция ҡануниәте булдырылған. Башҡортостанға инвесторҙар килә, уларға етди административ ярҙам күрһәтелә.

Бөгөн Башҡортостан Президентының Дәүләт Йыйылышына Мөрәжәғәтнамәһендә булған төп моменттар башлыса Владимир Путиндың Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһендә билдәләнгән положениеларға оҡшаш.