4 декабрь, Йәкшәмбе

26 декабрь 2013 йыл, 18:14

БР Йәмәғәт палатаһы потенциалы тулы күләмдә файҙаланылмай – Башҡортостан Президенты

автор: Людмила Терновая

Рөстәм Хәмитов, БР Йәмәғәт палатаһы потенциалын һөҙөмтәле файҙаланыр өсөн башҡарма власть органдары ҡарамағында йәмәғәт Советтары ойошторорға кәрәк, тип иҫәпләй. Был хаҡта ул республика Дәүләт Йыйылышында йыллыҡ Мөрәжәғәтнамәһе менән сығыш яһағанда билдәләне.

— Республика Йәмәғәт палатаһы төрлө мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн файҙалы майҙансыҡҡа әүерелергә тейеш. Әлегә уның потенциалы тулыһынса файҙаланылмай. Граждандарҙың социаль һәм сәйәси ихтыяждарына ҡағылған дәүләт ҡарарҙары Палата ҡарамағында экспертиза процедураһын үтергә тейеш. Бының өсөн уларҙың вәкәләттәрен аныҡлау мөһим, шул иҫәптән, федераль кимәлдәге кеүек, республика башҡарма власть органдарының йәмәғәт Советтарын ойоштороу яғынан да, — тине республика башлығы.