3 декабрь, Шәмбе

26 декабрь 2013 йыл, 15:49

«500 ферма» программаһы һөҙөмтәле, ауыл халҡы өсөн асыҡ булырға тейеш – БР Президенты

автор: Людмила Терновая

Республика парламентарийҙарына йыллыҡ Мөрәжәғәтнамәһе менән сығыш яһап, Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов, уҙып барған йылда ауыл иҡтисадында, ауылға социаль ярҙам итеүҙә ярайһы үҫеш булды, тип билдәне.

Хәҙер ауыл хужалығы комплексында дөйөм һалыу күләме менән 702 миллиард һумдан ашыу 18 эре проект тормошҡа ашырыла. Быйыл 7 миллиард һум самаһы аҡса ауыл хужалығына ярҙам итеүгә йүнәлтелде. Байтаҡ средстволар федераль бюджеттан йәлеп ителде. Былтыр ул миллиард ярым ине, быйыл – ике ярым тапҡырға күберәк. «500 ферма» программаһы яҡшы импульс бирҙе. Уның арҡаһында республиканың 130 фермаһында яңыртыу һәм ҡорамалдар менән йыһазландырыу буйынса эштәр бара йәки тамамланған. Тик иң мөһиме – модернизацияланған фермаларҙа хеҙмәт етештереүсәнлеге бер ярымға-ике тапҡырға артты. Һөттөң үҙҡиммәте кәмей, тимәк продукция конкуренцияға һәләтле була башланы. Был программа тағы ла һөҙөмтәле, үҫешле, ауыл халҡы өсөн асыҡ булһын өсөн уны артабан да камиллаштырырға кәрәк, — тине БР Президенты.