Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.98

EUR 62.04

30 апрель, Йәкшәмбе

Уфа   °

Рөстәм Хәмитов республика Дәүләт Йыйылышына йыллыҡ Мөрәжәғәтнамәһе менән сығыш яһай

Сәйәсәт

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов республика парламенты депутаттары алдында БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға йыллыҡ Мөрәжәғәтнамәһе менән сығыш яһай. Тәҡдим ителгән документта яҡын ваҡыт арауығына һәм алыҫ киләсәккә республиканың төп йүнәлештәре билдәләнгән.

Былтыр 30 ноябрҙә тәҡдим ителгән бынан алдағы Мөрәжәғәтнамәһендә Рөстәм Хәмитов, граждандарҙың көнкүрешен яҡшыртырға һәм улар өсөн лайыҡлы йәшәү шарттары булдырырға ынтылыу яҡын аралағы төп бурыс, тип әйткәйне. Быйылғы Мөрәжәғәтнамәһендә лә кешеләрҙең тормошон яҡшыртырға ынтылыуҙы яҡын киләсәккә бурысты билдәләүсе йүнәлеш тип атаны.

— Беҙҙең төп маҡсат – кешеләрҙең тормошон яҡшыртыу, граждандарға уңайлы һәм хәүефһеҙ йәшәү шарттары булдырыу, — тине Рөстәм Хәмитов. — Был маҡсаттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн күп көс, мөмкин булған бөтә материалдарҙы һәм интеллектуаль ресурстарҙы файҙаланыу талап ителә. Беҙ бөтә нәмә йылдам үҫешкән донъяла йәшәйбеҙ. Хәҙерге йәмғиәттең төп сифаттары – дөйөм индустриялаштырыу, инновация иҡтисады, кешелек капиталына инвестициялар өҫтөнлөгө. Иҫкергән шаблондар яраҡһыҙ, тимәк, ҡатмарлы мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн яңы механизмдар эҙләргә кәрәк. Тормош сифатының үҫеше тәү сиратта йәмғиәттең үҫеш кимәленә, уның мәҙәниәтлелегенә, матди һәм рухи дәғүәләренә бәйле,  — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды республика башлығы.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть