Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.42

EUR 61.86

27 март, Дүшәмбе

Уфа   °

Баш ҡалала республика парламентының пленар ултырышы үтә

Сәйәсәт

Өфөлә БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың IV ултырышы үтә, унда Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов ҡатнаша. Көн тәртибендә төп мәсьәлә – республика башлығының төбәк парламентарийҙарына Мөрәжәғәтнамәһе.

Депутаттар 50 мәсьәлә ҡарарға ниәтләй.

Тәүге тапҡыр депутаттар иғтибарына 15 закон сығарыу инициативаһы тәҡдим ителә, улар араһында «Башҡортостан Республикаһы Конституцияһына үҙгәртеүҙәр һәм өҫтәмәләр индереү тураһында», «Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында Башҡортостан Республикаһы Кодексына үҙгәртеүҙәр индереү тураһында», «Башҡортостан Республикаһында намыҫ һәм дин тотоу иреклеге тураһында»  Башҡортостан Республикаһы законына үҙгәртеүҙәр индереү тураһында» һәм башҡалар.

Республика законының ундан ашыу проектын һуңғы уҡыуҙа ҡабул итергә планлаштырыла. Улар араһында — «Башҡортостан Республикаһының Йәмәғәт палатаһы тураһында» Башҡортостан Республикаһы законына үҙгәрештәр индереү тураһында», «Производство һәм ҡулланыу ҡалдыҡтары тураһында» Башҡортостан Республикаһы законына үҙгәрештәр индереү тураһында» һәм башҡалар.

Һәр ваҡыттағыса пленар ултырышта депутаттар Башҡортостан Республикаһының айырым суд участкалары мировой судьялары вазифаһына кандидатураларҙы ҡараясаҡ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть