4 декабрь, Йәкшәмбе

26 декабрь 2013 йыл, 12:33

Башҡортостан халҡы табышының 30 проценттан ашыуы - «һоро» эш хаҡы

автор: Галина Бахшиева

2013 йылдың икенсе кварталы йомғаҡтары буйынса Башҡортостан халҡының аҡсалата табыш структураһында 33,9 проценты – иҫәпкә алынмаған табыштар. Икенсе төрлө әйткәндә, халыҡтың йәшерен эш хаҡы, теркәлмәгән килеме.

Республика халҡының аҡсалата табыш структураһында 30,7 проценты эш хаҡына тура килә, тип билдәләнеләр Башҡортостан Хөкүмәтендә үткән Эш хаҡы буйынса бурыстарҙы түләү һәм хеҙмәт мөнәсәбәттәрен законлаштырыу мәсьәләләре буйынса республика координация советы ултырышында.

— Беҙҙең төп маҡсат – һалымдар керемен дә, республика халҡының социаль яҡланғанлығын да тәьмин итеүсе асыҡ, лайыҡлы эш хаҡы, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды ултырышта Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова.

Ҡайһы бер тикшеренеүҙәр буйынса, 86 миллион эшкә яраҡлы рәсәйленең 48 миллионы легаль эшләй.

Эшкә яраҡлы халыҡтың 44 проценты «күләгәлә» ҡала. Ә «күләгәләге» хеҙмәт баҙары күләмен баһалауы ҡатмарлы. Төрлө эксперт баһалауҙары буйынса, бөгөн Рәсәйҙә эш хаҡының 15 проценттан 44 процентҡа тиклеме «һоро» схемаларҙы ҡулланып түләнә.

— Кешеләр йыш ҡына ниндәй эш хаҡы алыуҙары тураһында уйланмай – «аҡмы» әллә «һоромо». Эш хаҡына дөрөҫ мөнәсәбәт идеологияһы тәрбиәләргә кәрәк, — тип иҫәпләй Лилиә Ғүмәрова. — Эш хаҡын конвертта алыусылар фатир һатып алғанда, түләүле медицина ярҙамы алғанда, түләп балалар уҡытҡанда, шулай уҡ банкта кредит алғанда һалымдарын тулы күләмдә кире ҡайтара алмай. Быға шулай уҡ ауырығанда бюллетенгә түләү һәм лайыҡлы пенсияны индерергә була.

Вице-премьер әйтеүенсә, ошо уҡ сәбәптәр арҡаһында урындағы бюджет физик шәхестәрҙең табышына һалымдан средстволар алып еткермәй, Пенсия фондына, Дәүләт социаль һәм мотлаҡ медицина страховкаһы фондтарына түләүҙәр тулы күләмдә күсерелмәй.

Башҡортостан Хөкүмәтендә үткән ултырышта хәбәр итеүҙәренсә, 2013 йылдың 1 декабренә ҡарата Пенсия фондынан страховка взностары буйынса бурыстар күләме 2, 896 миллиард һум тәшкил итте.

— Был киҫкен проблеманы хәл итеү тәү сиратта хеҙмәткәрҙәрең үҙҙәренән тора, улар үҙҙәренең дәүләт менән бирелгән хоҡуҡтарын яҡларға тейеш. Нәҡ хеҙмәткәр хеҙмәт килешеүе төҙөгәндә унда фактик эш хаҡы яҙылыуын талап итергә тейеш, — тип билдәләне вице-премьер Лилиә Ғүмәрова.

— 2013 йылдың уҙған осоронда һалым агенттары 2 НДФЛ формаһы буйынса ике миллиондан ашыу белешмә бирҙе, —  тип хәбәр итте Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы етәксеһе урынбаҫары Елена Мусабирова.

Ведомство-ара комиссия ултырыштарында дөйөм алғанда 1104 эш биреүсе ҡаралды. Уларҙан 725 һалым түләүсе эш хаҡын күтәрҙе, ул һайлап алынғандарҙың дөйөм иҫәбенең 62 процентын тәшкил итә. Шул арҡала физик шәхестәр табышына өҫтәмә рәүештә 88,2 миллион һум күләмендә һалым килде, тип билдәләне Елена Мусабирова.

Республика координация советында билдәләүҙәренсә, һалымды йәшереү ҡаҙнаға сикһеҙ ҙур зыян килтерә. «Күләгәле» иҡтисадта сит ил граждандарының роле лә ярайһы уҡ.