3 декабрь, Шәмбе

26 декабрь 2013 йыл, 11:43

Өфөлә инвалид балаларға яңы йыл әкиәт тамашаһы күрһәттеләр

автор: Әлим Фәйезов | фото: Анна Аксенова

Өфө ҡала мәҙәниәт һарайында сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн яңы йыл тамашаһы үтте. Сараны ойоштороусы – ҡала округы хакимиәте. Бөтә Рәсәй инвалидтар йәмғиәтенең Башҡортостан төбәк бүлексәһе матбуғат хеҙмәте хеҙмәткәре Анна Аксенова хәбәр итеүенсә, шыршы байрамына биш йөҙләп бала йыйылды. Улар төрлө уйындарҙа һәм конкурстарҙа ҡатнашты, шулай уҡ Кинопультик Корпорацияһынан «Бер, ике, өс» исемле әкиәт тамашаһын ҡараны.

— Бындай акцияларҙы ҡала хакимиәте социаль яҡланмаған халыҡ, аҙ тәьмин ителгән ғаиәләләр, мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн йыл һайын уҙғара, — тип хәбәр итте Өфө хакимиәтенең Халыҡҡа социаль ярҙам идаралығы начальнигы Светлана Ғәлиева. — Беҙ ата-әсәләре үҙҙәре килтерә алмаған балаларҙы махсус автобуста барып алдыҡ.

Шыршы байрамында төрлө оҫталыҡ кластары ойошторолдо. «Мәктәп 3000» Балалар һәм үҫмерҙәр үҫеше үҙәге вәкилдәре балаларҙы манный ярмаһынан һүрәт эшләргә өйрәтте, малайҙарға һәм ҡыҙҙарға яңы йыл аквагримы яһап, уларҙы ысын әкиәт персонаждарына әйләндерҙе.

— Яңы йыл – балаларҙың иң яратҡан байрамы. Уларға шатлыҡ, изгелек, йылылыҡ бүләк итеү өсөн мин махсус рәүештә Ҡарһылыу костюмын кейҙем, — тип һөйләй «Мәктәп 3000» үҙәге уҡытыусыһы Алла Матузко. — Беҙ балалар менән ялтырауыҡтар һәм манный ярмаһы ярҙамында яңы йыл уйынсыҡтары эшләнек. Бик матур килеп сыҡты! Үҙ ҡулдары менән эшләгән уйынсыҡтарҙы балалар үҙҙәренә алды.

Тамашанан һуң балаларҙы татлы бүләктәр көттө.

темалар: яңы йыл