11 декабрь, Йәкшәмбе

25 декабрь 2013 йыл, 17:39

Башҡортостан вәкилдәре Бөтә Рәсәй йәштәр проекттары конкурсы еңеүселәре иҫәбендә

автор: Людмила Терновая | фото: Лариса Ветлугина коллажы

Башҡортостандан 25 вәкил Бөтә Рәсәй йәштәр проекттары конкурсы еңеүселәре иҫәбенә инде. Бөтәһе 12500-ҙән ашыу заявка бирелгән. Илдең төрлө төбәктәренән ҡатнашыусылар йәштәр сәйәсәтенең төп йүнәлештәре: таланттар, ихтыярлыҡ, ватансылыҡ, инновациялар, эшҡыуарлыҡ, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, лидерлыҡ буйынса проекттарын презентацияланы.

Конкурстың премия фонды 120 миллион һум тәшкил итте. Шуларҙан 50 премия – 300-әр мең; 100 премия – 200-әр мең; 500 премия – 100-әр мең, 700 премия – 50-шәр мең һум.

Еңеүселәр иҫәбенә Өфөләге ШОС БРИКС офис-төркөмө матбуғат хеҙмәте хеҙмәткәре Елена Арямнова инде, ул БР Йәш журналист мәктәбен ойоштороуға 200 мең һум күләмендә премияға лайыҡ булды.

Алдағы өс көн дауамында конкурс комиссияһы тағы 150 проектты билдәләйәсәк, уларҙың авторҙары бюджеттан тыш сығанаҡтарҙан премия аласаҡ.

Конкурс икенсе йыл рәттән уҙғарыла һәм Рәсәйҙең һәләтле йәштәренә ярҙам итеү системаһына инә. Ул төрлө власть кимәлендә (федераль, төбәк һәм муниципаль) грант конкурстарынан тора. 2013 йылда 5783 йәштәр башланғысы гранттар конкурстарында хуплау алған. Гранттарҙың дөйөм суммаһы 693 миллион һум тәшкил итте.

51 төбәк – юридик шәхестәргә, 61 субъект физик шәхестәргә грант ярҙамы күрһәткән. Алдағы йылдарға бурыс – 10 мең грант, йәғни йәштәр башланғыстарына ярҙам итеү буйынса алдынғы илдәр кимәленә сығыу.