11 декабрь, Йәкшәмбе

25 декабрь 2013 йыл, 17:36

«Иммунопрепарат» директоры итеп Наил Заһиҙуллин тәғәйенләнде

автор: Розалия Вәлиева

Өфөнөң «Иммунопрепарат» предприятиеһын (Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығының «Микроген» медицина иммунобиология препараттары буйынса ғилми-етештереү берекмәһе»  федераль дәүләт унитар предприятиеһы филиалы) медицина фәндәре кандидаты, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәре Наил Заһиҙуллин етәкләне, тип хәбәр итте Өфө предприятиеһының матбуғат сәркәтибе Гүзәл Йосопова.

Яңы вазифаға тәғәйенләнгәнгә тиклем Наил Заһиҙуллин филиал директорының производство, технологиялар һәм фән буйынса урынбаҫары булып эшләй.

1981 йылда Башҡорт дәүләт медицина институтын тамамлағандан һуң И.И.Мечников исемендәге Өфө вакциналар һәм сывороткалар Ғилми тикшеренеү институтының вирус лабораторияһында кесе ғилми хеҙмәткәр булып эшләй башлай, унда ул грипты диагностикалау һәм иҫкәртеү мәсьәләләре менән шөғөлләнә, ошо ауырыуҙы экспресс-диагностикалау өсөн иммуно-фермент системаһын уйлап сығара.

1988 йылда «Иммунопрепарат» дәүләт унитар предприятиеһының интерферон цехын етәкләй һәм уның етәксеһе булып ун йыл эшләй. Рәсәй Федерацияһында тәүге тапҡыр бында интерферонды таҙартыу технологияһы булдырыла, ул препаратты сығарыуҙы яңы кимәлгә күтәрергә ярҙам итә. 1994 йылда производствонан айырылмайынса Д.И.Ивановский исемендәге вирусология ғилми-тикшеренеү институты аспирантураһын тамамлай һәм кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай. 1996 йылда Наил Заһиҙуллинға «вирусология» һөнәре буйынса өлкән ғилми хеҙмәткәр дәрәжәһе бирелә. 1998 йылдан предприятие директорының производство һәм технология буйынса урынбаҫары булып эшләй.

Уның 13  уйлап табыу патенты һәм 50 ғилми хеҙмәте бар. 2007 йылда һаулыҡ һаҡлау өлкәһендәге ҡаҙаныштары өсөн Наил Заһиҙуллинға «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәре» почетлы исеме бирелә.

2009 йылда «Гриппол» преппаратын сығарыу буйынса дәүләт заказын уңышлы үтәгәне өсөн БР Почет грамотаһы менән бүләкләнә.