4 декабрь, Йәкшәмбе

25 декабрь 2013 йыл, 16:55

Төбәк Татар дворяндар йыйылышы ағзаларына Император миҙалдары тапшырылды

автор: Арина Рәхимҡолова | фото: Олег Яровиков

Өфөлә Башҡортостандың Татар дворяндар йыйылышы советы ағзаларын «Бөтә Халыҡ батырлығы юбилейы. 1613-2013» Император миҙалы менән наградланылар. Иҫтәлекле билдә менән бергә таныҡлыҡ тапшырылды. Тантананы БР татар дворяндар йыйылышы башлығы Ирек Дауҡаев асты һәм алып барҙы.

— Мәскәүҙә Романовтар Йортоноң 400 йыллығына арналған Татар дворяндар йыйылышының федераль балы үтте. Сараны Йыйылыштың Мәскәү филиалы ойошторҙо. Тантанаға Рәсәйҙең төрлө ҡалаларынан 200 тирәһе кеше йыйылды, — тип һөйләне Ирек Дауҡаев.

Тамаша юғары кимәлдә ойошторолғайны, тип билдәләне ул. Балда хәҙерге заман дворяндары боронғо бейеүҙәрҙе башҡарҙы. Ирек Дауҡаев, быға оҡшаш балды Башҡортостанда ла үткәрергә кәрәк, тигән теләк белдерҙе.

Рәсәй төрки халыҡтары дворяндар йыйылышы ассоциацияһы рәйесе Зөфәр Әйүпов, Башҡортостандың татар мырҙалары вәкилдәре ҡатнашлығында уҙғарылған был бал иҫәбе буйынса өсөнсө булды, тип белдерҙе. Уҙып барған йылға йомғаҡ яһап, Романовтар Йортоноң 400 йыллығы иң төп ваҡиға булды, тип билдәләне ул. Юбилей хөрмәтенә тантаналар Рәсәйҙә генә түгел, Европала ла үтте. Байрам итеү Бөйөк Британияла тамамланды. Зөфәр Әйүпов, 1812-1814 йылдарҙа Рәсәй армияһының сит ил походтарында ҡатнашыуы һәм Беренсе донъя һуғышына 100 йыл тулыу яңы йылда ваҡиғалар үҙәгендә буласаҡ, тине өҫтәп.