6 декабрь, Шишәмбе

25 декабрь 2013 йыл, 15:00

Күмертауҙа мәғрифәтсе Мөхәмәтғәли Исҡужинға бюст асылды

автор: Ғәлиә Нәбиева

Күмертауҙа Башҡортостандың күренекле йәмәғәт эшмәкәре һәм халыҡ мәғрифәтсеһе Мөхәмәтғәли Ғәли улы Исҡужинға бюст асыу тантанаһы үткәрелде. Бюст уның исемен йөрөткән 13-сө башланғыс дөйөм белем биреү мәктәбе территорияһында ҡуйылды, тип хәбәр иттеләр муниципалитет хакимиәтенән. Скульптура авторҙары – Өлфәт Ҡобағошев менән Рәмил Шәфиғуллин.

Һәйкәлде асыу тантанаһында БР Дәүләт Йыйылышы депутаты Гөлбаныу Исхаҡова, БР Башҡорттар ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Вәлиәхмәт Бәҙретдинов, хакимиәт башлығының беренсе урынбаҫары Ирина Голованова, Мөхәмәтғәли Ғәли улының улдары Юлай һәм Рәмил Исҡужиндар ҡатнашты.

Мөхәмәтғәли Исҡужин XX быуаттың икенсе яртыһында, үҙенең ҡабатланмаҫ педагог һәм мәғрифәтсе һәләтен Башҡортостан Республикаһының милли мәғариф системаһын үҫтереүгә, уҡыу йорттарында балаларҙы башҡорт телендә уҡытыу һәм тәрбиәләүҙе ойоштороуға биреп, башҡорт халҡының үҙенсәлекле мәҙәниәтен һәм милли үҙаңын үҫтереүҙә мөһим роль уйнаны.

Билдәле педагог һәм йәмәғәт эшмәкәренең иҫтәлеген мәңгеләштереү тураһында ҡарар республика Хөкүмәте тарафынан 2007 йылдың апрелендә ҡабул ителә. Күмертауҙа 13-сө башланғыс мәктәпкә Мөхәмәтғәли Исҡужиндың исеме бирелгән. Күмертау ҡалаһының үҙәк урамдарының береһе лә уның исемен йөрөтә. 8-се «Айгөл» балалар баҡсаһы бинаһында иҫтәлекле барельеф ҡуйырға планлаштырыла.  

темалар: хәтер