11 декабрь, Йәкшәмбе

25 декабрь 2013 йыл, 12:37

Башҡортостанда яңы йыл пенсиялары ваҡытынан алда бирелә

автор: Ғәлиә Нәбиева

Яңы йылдың тәүге көндәрендә пенсиялар билдәләнгән ваҡыттан алданыраҡ бирелә, тип хәбәр итте республиканың Пенсия ведомствоһы. Республика почта хеҙмәткәрҙәре түләүҙәрҙе киләһе көндәрҙә еткерә:

3 ғинуарҙа – 3 һәм 5 ғинуар өсөн,

4 ғинуарҙа – 4-е өсөн,

6 ғинуарҙа – 6 һәм 7 ғинуар өсөн,

8 ғинуарҙа – 8-е өсөн.

9 ғинуарҙан алып түләүҙәр ҡәҙимге тәртиптә башҡарыласаҡ. Декабрҙә үҙҙәренә тейешле түләүҙәрҙе алмаған граждандар, уны 2014 йылдың 3 ғинуарынан почта элемтәһе ойошмаларының кассаларында йәки билдәләнгән графикка ярашлы пенсияны өйгә килтереү көнөндә  ала.