8 декабрь, Кесе йома

25 декабрь 2013 йыл, 12:28

Өфөлә ике яңы почта бүлексәһе асылды

автор: Розалия Вәлиева

Өфөлә ике элемтә бүлексәһе асылды — Сипайловола Баязит Бикбай урамы, 17-се йорт һәм Димдә Генерал Күсемов урамы, 15/1 йорт адрестары буйынса. Был турала Башҡортостан Республикаһы Федераль почта элемтәһе идаралығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

Дим һәм Сипайлово почта хеҙмәтләндереүҙәре менән тәьмин итеү яғынан Өфөнөң иң проблемалы микрорайондары булып тора. Сипайловола дүрт кенә элемтә бүлексәһе эшләй, ә Димдә — өсәү.

Башҡортостан Республикаһы Федераль почта элемтәһе идаралығы директоры Ирек Ғәлимов әйтеүенсә, яңы бүлексәләр асыу сираттарҙы кәметергә һәм почта объекттарына эште тигеҙ бүлергә булышлыҡ итәсәк. Федераль почта элемтәһе идаралығы етәксеһе, киләһе йылда почта селтәрен киңәйтеү һәм модернизациялау буйынса эш дауам иттереләсәк, тип ышандырҙы. Йыл башында уҡ Рәсәй Почтаһы Ҡандрала үҙ көстәре менән төҙөлгән бүлексәне асасаҡ. Шулай уҡ Башҡортостанда реконструкциялағандан һуң ете элемтә бүлексәһе асырға планлаштырыла, уларҙың икәүһе Өфөлә урынлашасаҡ. Бынан тыш, баш ҡаланың эшләгән бүлексәләре базаһында өҫтәмә рәүештә оҙайтылған эш графигы менән ике  посылкалар биреү үҙәге асыласаҡ.