Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.02 ↓

EUR 61.96 ↓

28 март, Шишәмбе

Уфа   °

Киләһе йылдан инвалидтарҙы эшкә урынлаштырыу өсөн квоталар ҡайтанан ҡаралды

Йәмғиәт

2014 йылда инвалидтарҙы эшкә урынлаштырыу өсөн ике процент квота хеҙмәткәрҙәр һаны 35 кешенән артығыраҡ булған коллективтарға билдәләнә, тип хәбәр итте РФ Президентының майҙағы указдарын үтәү мәсьәләләре буйынса республика Хөкүмәтендә үткән кәңәшмәлә хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова.

Элек предприятиеларҙа 100-ҙән ашыу кеше иҫәпләнгән осраҡта инвалидтарҙы эшкә алыу, уларға махсуслаштырылған эш урындары булдырыу йөкләмәһе бирелә ине.

Башҡортостанда 2010 йылдан алып йыһазландырылған эш урындарына 780 инвалид эшкә урынлашҡан, уларҙың 554-е эшләүен дауам итә. Һуңғы ике йылда инвалидтар өсөн тағы ла 572 эш урыны булдырыу планлаштырыла. Инвалид өсөн эш урынын йыһазландырыуға эш биреүсегә уртаса 66,2 мең һум күләмендә субсидия бирелә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть