Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.50 ↓

EUR 63.94 ↓

24 ғинуар, Шишәмбе

Уфа   °

Баш ҡалала «Прайм-тайм» профессиональ тележурналистарҙың республика конкурсы еңеүселәре бүләкләнде

Йәмғиәт

Өфөлә «Прайм-тайм» муниципаль һәм дәүләттеке булмаған телекомпанияларҙың профессиональ тележурналистары республика конкурсы еңеүселәрен бүләкләнеләр.

«Иң яҡшы ижтимағи-сәйәси материал» номинацияһында «Шишмә-ТВ» коллективы иң яҡшыһы булды. «Иң яҡшы социаль-иҡтисади материал» номинацияһында «Баймаҡ-ТВ» бүләкләнде. «Иң яҡшы мәҙәни-рухи материал» номинацияһында «БР Дүртөйлө-ТВ» хәбәрселәре еңде.

«Учалы ТВ» тележурналистары Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау йылын сағылдырыу буйынса иң яҡшы материал тәҡдим итте. «Коррупцияға ҡаршы йүнәлтелгән сараларҙы яҡтыртыу буйынса иң яҡшы материал» өсөн «РИК-ТВ» (Бөрө ҡалаһы) телеканалы бүләкләнде.

«Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының дәүләт һәм туған телдәре үҫеше һәм йәшәйеше мәсьәләләрен сағылдырыу буйынса иң яҡшы материал» номинацияһында конкурс комиссияһы награданы Мәсетле районы «Урал» телестудияһы редакцияһына тапшырҙы. «Жанрҙар төрлөлөгө өсөн» БР Яңауыл телевидение һәм радиоһын билдәләнеләр. «Социаль темаларҙы яҡтыртыуҙа гуманизм өсөн» «Аҡъяр ТВ» коллективы махсус бүләккә лайыҡ булды.

«Прайм-Тайм» профессиональ конкурсын «Башҡортостан» телерадиокомпанияһы ойошторҙо. Ижади ярышта муниципаль һәм дәүләттеке булмаған телекомпаниялар ҡатнашты. Конкурсҡа 2013 йылдың 1 ғинуарынан алып 1 декабргә тиклем эфирға сыҡҡан тапшырыуҙар ҡабул ителде.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть