6 декабрь, Шишәмбе

25 декабрь 2013 йыл, 9:33

Өфө 2021 йылда XI Бөтә донъя уйындарын үткәреү хоҡуғына дәғүә итә

автор: Сергей Захаров

Башҡортостанда Өфөнө Рәсәйҙән  2021 йылда XI Бөтә донъя уйындары үткәреү хоҡуғына ҡала — кандидат сифатында күрһәтеү буйынса эш башланды.  

Ошо маҡсатта республика хөкүмәте ҡарары менән «2021 йылғы XI Бөтә донъя уйындарын Белдереү комитеты» автономиялы коммерция булмаған ойошма төҙөлә. Республика исеменән уны ойоштороусы итеп БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы тәғәйенләнде. Ведомствоға Белдереү комитеты структураһы, штат расписаниеһы, тейешле хеҙмәткәрҙәр һаны буйынса тәҡдимдәр индерергә, шулай уҡ уның эшмәкәрлеген финанслау сығанаҡтарын билдәләргә ҡушылды, тип хәбәр ителә Башҡортостан хоҡуҡ мәғлүмәтенең  рәсми порталында.