2 декабрь, Йома

24 декабрь 2013 йыл, 17:43

Әбйәлил районында 20-нән ашыу йәш ғаилә үҙҙәренең торлаҡ шарттарын яҡшыртты

автор: Әлим Фәйезов

Әбйәлил районы хакимиәтендә 2011-2015 йылдарға «Торлаҡ» федераль маҡсатлы программаһының «Йәш ғаиләләрҙе торлаҡ менән тәьмин итеү» ярҙамсы программаһы һәм 2011-2015 йылдарға торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж йәш ғаиләләргә дәүләт ярҙамы күрһәтеү республика программаһы сиктәрендә йәш ғаиләләргә социаль түләүҙәр таныҡлығын тапшырыу тантанаһы уҙҙы.

Әбйәлилдән 19 йәш ғаилә район хакимиәте башлығы ҡулынан торлаҡ һатып алыуға йәки шәхси йорт төҙөүгә 11 002 320  һумға социаль түләүҙәр таныҡлыҡтары алды. Бынан тыш, ике йәш ғаилә бала тыуғанда (уллыҡҡа алғанда) бирелә торған 392 000 һумлыҡ социаль түләүҙәр таныҡлығы алды.

Район хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 2007 йылдан алып өҫтә һанап киткән программалар буйынса Әбйәлилдең 130 йәш ғаиләһе дөйөм 49 миллион һумдан ашыуға социаль түләүҙәр алды. Бөгөнгө көнгә 2011-2015 йылдарға «Торлаҡ» федераль маҡсатлы программаһының «Йәш ғаиләләрҙе торлаҡ менән тәьмин итеү» ярҙамсы программаһында ҡатнашыусылар исемлегендә 740-тан ашыу йәш ғаилә сиратта тора, 2011-2015 йылдарға торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж йәш ғаиләләргә дәүләт ярҙамы күрһәтеү республика программаһы буйынса 32 ғаилә иҫәпләнә.