Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.08 ↓

EUR 67.29 ↑

17 октябрь, Шишәмбе

Уфа   °

Йәрмәкәй районында етем балалар өсөн ике яңы йорт файҙаланыуға тапшырылды

Йәмғиәт

Яңы йыл алды көндәрендә Йәрмәкәй районының Бекетов ауылында ике фатирлы төҙөкләндерелгән ике йорт файҙаланыуға тапшырылды. Район хакимәтенең мәғлүмәт–аналитика секторы мөдире Ынйы Шафиҡова хәбәр итеүенсә, фатирлы булыу бәхетенә етем балалар эйә буласаҡ. Яңы йорттар Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең «Етем, ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларҙы торлаҡ менән тәьмин итеү тураһында»ғы бойороғона ярашлы төҙөлдө. Йорттар төҙөүгә средстволар республика бюджетынан бүленде.

«БР Социаль торлаҡ төҙөлөшө фонды» коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы төҙөлөштөң төп подрядсыһы булды. Өйҙәр ағастан һалынған, металл сайдинг менән көпләнгән, минерал вата йылытҡысы ҡулланылған. Йорттар эргәһендәге территория төҙөкләндерелгән:  профнастилдан ҡойма менән кәртәләп алынған, ҡырсынташ һибелгән юл һалынған, һыу, газ һәм электр үткәрелгән.

Фатирҙарҙа уңайлы ҡунаҡ, йоҡо, аш-һыу бүлмәләре, алғы бүлмә һәм санузел урынлашҡан. Һәр хужаның өй алдында 15 сутый участкаһы бар.

Асҡыстарҙы тапшырыу тантанаһы 27 декабрҙә үткәрелә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть