10 декабрь, Шәмбе

24 декабрь 2013 йыл, 15:58

Өфө яҙыусылары ижадын мәктәптәрҙә өйрәнәсәктәр

автор: Камил Хәсәнов

Башҡорт дәүләт педагогия университеты уҙып барыусы йылда мәктәптә һәм вуздарҙа уҡытыусыларҙы хәҙерге заман Өфө әҙәбиәтен уҡытыуға әҙерләү буйынса масштаблы кампания башланы. Был эштең «нигеҙе» сифатында БДПУ-ның рус әҙәбиәте тарихы кафедраһы октябрҙә дүрт йөҙ битлек «Современная уфимская художественная проза (1992 — 2012)» исемле хрестоматия сығарҙы. Хрестоматияны төҙөүсе Ирина Прокофьева аңлатыуынса, филология факультетында «Литературное уфаведение» дисципланаһы (16 лекция сәғәте һәм 16 практик дәрес) бар, әммә уҡытыусылар алдында, ниндәй материал тәҡдим итергә, тигән проблема килеп баҫты.

Ноябрҙә һәм декабрҙә педагогия университеты Өфө һәм Башҡортостан райондары уҡытыусылары өсөн «Современная уфимская русскоязычная художественная проза» электив курсын тормошҡа ашырыуҙың методик аспекттарына арналған ике семинар үткәрҙе. Хрестоматияны презентациялауҙан һәм яҙыусылар менән осрашыуҙан тыш, БДПУ-ның рус әҙәбиәте һәм рус теле кафедралары доценттарының докладтары, Өфө яҙыусылары ижады буйынса мәктәп дәрестәре оҫталыҡ кластары ойошторолдо.

БДПУ-ның мәғлүмәт-библиография бүлеге мөдире Петр Федов, мәктәптә «литературное уфаведение» дисциплинаһын уҡытыу сифаты буйынса дөйөм рус әҙәбиәтен уҡытыуҙан ҡалышыуын, балаларға иҫкергән, күңелһеҙ һәм ныҡ идеологиклаштырылған текстар тәҡдим ителеүен билдәләп үтте. БДПУ-ның рус әҙәбиәте кафедраһы үҙ алдына был хәлде үҙгәртергә тигән маҡсат ҡуйҙы.

Яңы йылда мәктәп уҡытыусылары менән эш дауам иттерелә.