7 декабрь, Шаршамбы

24 декабрь 2013 йыл, 15:21

Салауат районында чиновникка граждандар менән насар эшләгән өсөн штраф һалына

автор: Ольга Мортазина

Салауат районында прокуратура хеҙмәткәрҙәре тикшереү барышында граждандарҙың мөрәжәғәттәрен ҡарау тураһында закондарҙың боҙолоуын асыҡлай. Быйыл  июлдә урында йәшәүсе бер ҡатын ер участкаһы биреүҙәрен һорап ғариза яҙа. Хакимиәттән мөрәжәғәт республика Ер һәм милек мөнәсәбәттәре министрлығының  мөлкәт менән идара итеү территориаль комитетына ебәрелә.

Был учреждение етәксеһе, законды боҙоп, мәсьәләне тейешенсә 30 көн эсендә хәл итмәй һәм ғариза биреүсегә яуап бирмәй. «Шуның менән бәйле район прокуратураһы етәксегә ҡарата административ эш ҡуҙғата, уны ҡарау һөҙөмтәләре буйынса етәксегә биш мең һум күләмендә штраф һалына. Прокурор тикшереүенән һуң Комитет ҡатындың мөрәжәғәтен ҡарай һәм уны ер участкаһы биреү өсөн иҫәпкә ҡуя», — тип хәбәр иттеләр республика прокуратураһы матбуғат хеҙмәтенән.