8 декабрь, Кесе йома

24 декабрь 2013 йыл, 14:54

Башҡортостан Республикаһы Конституцияһына – 20 йыл

автор: Арина Рәхимҡолова

Бөгөн, 24 декабрҙә, Башҡортостан Республикаһы Конституцияһы көнө билдәләнә. Тап ошо көндө 1993 йылда Башҡортостандың Төп Законы ҡабул ителә. Тәүге тапҡыр ул республиканың үҙенең эсендә әҙерләнә. Бынан алдағы Конституциялар союз һәм Рәсәй Конституцияларының һүҙмә-һүҙ ҡыҫҡартылған варианттары була.

Башҡортостан Республикаһы Конституцияһы төбәк территорияһында демократик хоҡуҡи дәүләттең һәм социаль йүнәлештәге иҡтисадтың нигеҙҙәрен нығыта. Республикала демократик власть институттары һәм граждандар йәмғиәте: парламент — БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай, президентлыҡ институты ойоштороу радикаль яңылыҡ була. БР Конституцияһын ҡабул итеү менән йәмғиәтебеҙ тормошона тәүге тапҡыр күп партиялылыҡ, ирекле һайлауҙар, Конституция суды, Кеше хоҡуҡтары буйынса тулы хоҡуҡлы вәкил, Контроль-иҫәп палатаһы кеүек төшөнсәләр үтеп инә. Республикала мировой судьялар институты ойошторолоп, уңышлы эшләп килә.

20 йылда Башҡортостан Республикаһы Конституцияһы тексы билдәле бер үҙгәрештәр кисерҙе. Мөһим үҙгәрештәр һәм өҫтәмәләр 2006 йылдың июнендә индерелде. Улар илдә власть вертикален нығытыу буйынса башланғыстарҙы тормошҡа ашырыу, РФ субъекттарының юғары вазифалы кешеләренә вәкәләттәр йөкмәтеү тәртибен үҙгәртеү, муниципаль реформа үткәреү менән бәйле булды. Ләкин 1993 йылғы Конституцияның фундаменталь положениелары һаҡланды һәм заманса яңғыраш алды. Конституцияның яңы редакцияһы төп идеяларҙың күсәгилешлеген, республика хоҡуҡ системаһын төҙөүҙең төп принциптарын һаҡлауҙы, Рәсәйҙә дәүләт бөтөнлөгөн һәм дәүләт власы берҙәмлеген тәьмин итеүҙе, Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы вәкәләттәренең юридик нигеҙләнгән нисбәтен, халыҡ-ара хоҡуҡ нормаларын күҙәтеүҙе нығытты.

2012 йылда республика парламентарийҙары Башҡортостан Республикаһы Конституцияһына федераль ҡануниәттәге төҙәтмәләр менән бәйле үҙгәрештәр индерҙе. Федераль закон менән, РФ субъектының юғары вазифалы кешеһе РФ граждандары тарафынан  йәшерен тауыш биреү юлы менән дөйөм туранан-тура һайлау хоҡуғы нигеҙендә һайлана, тип ҡаралған.