Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.47 ↓

EUR 60.45 ↑

23 февраль, Кесе йома

Уфа   °

Рәсәй сит ил паспортына хәҙер бармаҡ эҙҙәре индерелә

Сәйәсәт

Рәсәйлеләрҙең сит ил паспортында хәҙер ике ҡул бармағының папилляр биҙәктәре һүрәте һаҡланасаҡ. Был турала «Рәсәй Федерацияһынан сығыу һәм Рәсәй Федерацияһына инеү тәртибе тураһында»ғы Федераль законға үҙгәрештәр индереү тураһында» Федераль законға Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡул ҡуйҙы. Закон 13 декабрҙә ҡабул ителде һәм Федерация Советы тарафынан 2013 йылдың 18 декабрендә хупланды.

Был закон Рәсәй Федерацияһы гражданының илдән ситтә уның шәхесен раҫлаусы документ – паспортты һаҡлау кимәлен арттырыуға ҡағылышлы закондарҙы камиллаштырыуға йүнәлтелгән.

Ошо маҡсатта ғәмәлдәге законға сит ил паспортының электрон өлөшөнә уның хужаһының өҫтәмә биометрик мәғлүмәттәре тураһында информация индереүҙе ҡараусы үҙгәрештәр индерелә.  

Законға ярашлы, папилляр биҙәктәрҙе төшөрөү һөҙөмтәһендә алынған мәғлүмәттәр паспорттағы электрон өлөштә генә һаҡлана, һәм уны Рәсәй Федерацияһы гражданына биргәс, мәғлүмәт системаларынан алып ташлана.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть