11 декабрь, Йәкшәмбе

24 декабрь 2013 йыл, 12:29

Дәүләт Думаһы депутаты Иршат Фәхритдинов граждандарҙы ҡабул итте

автор: Арина Рәхимҡолова

Башҡортостандан Дәүләт Думаһы депутаты Иршат Фәхритдинов «Берҙәм Рәсәй» партияһы Рәйесенең Төбәк йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһендә граждандарҙы ҡабул итте. Парламентарийға 10-дан ашыу кеше килде, башлыса, хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусыларҙың социаль проблемаларына бәйле һорауҙар бирелде.

Күп хәлдәр депутаттан ентекле тикшереү талап итә, әммә ҡайһы берҙәрен хәл итеүҙе тиҙләтергә лә мөмкин булыуы асыҡланды. Мәҫәлән, мөрәжәғәт итеүселәрҙең береһе менән әңгәмәнән һуң Дәүләт Думаһы депутаты урында уҡ телефон аша Өфө районы хакимиәте башлығына шылтыратып, гражданға иғтибарлы ҡарауҙарын үтенде.

Шулай уҡ Иршат Фәхритдиновҡа Мәләүез районында йәшәүсе Бөйөк Ватан һуғышында ирен юғалтҡан тол ҡатын  мөрәжәғәт итте. Ул торлаҡ һатып алыуға закон буйынса үҙенә тейешле сертификатты алыуҙа ярҙам итеүҙәрен үтенде. Депутат был проблеманы үҙ контроленә алырға вәғәҙә итте.

Ҡабул итеү көнөндә ҡайһы бер һорауҙарға телдән аңлатма бирелде, ҡалғандары буйынса тейешле муниципаль һәм дәүләт органдарына депутат запростары ебәреләсәк.