7 декабрь, Шаршамбы

24 декабрь 2013 йыл, 11:00

Рөстәм Хәмитов РФ Дәүләт Советы ултырышында ҡатнашты

автор: "Башинформ"

23 декабрҙә Мәскәүҙә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Дәүләт Советы һәм Президент ҡарамағындағы Рәсәйҙең социаль-иҡтисади үҫешендә маҡсатлы күрһәткестәргә ирешеү мониторингы буйынса комиссияның берлектәге ултырышында ҡатнашты, уны Рәсәй Президенты Владимир Путин үткәрҙе, тип хәбәр иттеләр төбәк башлығының матбуғат хеҙмәтенән.

Кәңәшмәнең төп темаһы – илдең социаль-иҡтисади үҫеше тураһында президент указдарын үтәү буйынса сараларҙы тормошҡа ашырыу. Мәғарифты үҫтереү, торлаҡ-коммуналь хужалыҡты модернизациялау һәм хеҙмәт етештереүсәнлеген күтәреү мәсьәләләре тикшерелде.