7 декабрь, Шаршамбы

24 декабрь 2013 йыл, 10:21

Өфөлә Президент шыршыһы үтте

автор: Эльмира Сабирова | фото: Андрей Старостин

Өфөнөң Химиктар мәҙәниәт һарайында дүшәмбе, 23 декабрҙә, меңгә яҡын малай һәм ҡыҙҙар үҙҙәренең сағыу һәм тылсымлы Яңы йыл байрамын ҡаршыланы. Төп Яңы йыл иртәлегенә — Президент шыршыһына 800-ләп бәләкәй ҡунаҡтар һәм театрлаштырылған тамашала ҡатнашыусы 200-гә яҡын бала йыйылды.

Байрамға  билет алыусылар йыл буйына тырышып уҡып, үҙҙәрен яҡшы тотоу ғына түгел, мәктәптән тыш эштәрҙә лә әүҙем ҡатнашты. Был балалар спорт ярыштарында, бейеү һәм вокал конкурстарында, фестивалдәрҙә уңыш яуланы. Бында шулай уҡ «Мәрхәмәт» хәйриә белем биреү фондынан балалар һәм хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булған хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең  һәм республика эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәренең балалары килде.

Башҡортостан Президенты исеменән балаларҙы БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова ҡотланы.

— Бөгөн был залда күп милләтле республикабыҙҙың бөтә мөйөштәренән иң аҡыллы, иң әүҙем, иң тапҡыр, иң тырыш балалар йыйылған, — тип билдәләне Лилиә Ғүмәрова. — Был көндө һеҙгә, ҡәҙерле балалар, ныҡлы сәләмәтлек, изге эштәрегеҙҙә уңыштар, яҡынлашыусы йыл һеҙҙең өсөн уңышлы булыуын, бөтә хыялдарығыҙ ҙа тормошҡа ашыуын, йөҙҙәрегеҙҙән йылмайыу китмәүен, уҡыу һеҙгә тик шатлыҡ һәм ҡәнәғәтлек килтереүен теләйем. Хеҙмәтегеҙ, тырышлығығыҙ һәм уңыштарығыҙ арҡаһында республикабыҙ йылдан-йыл көслөрәк була бара. Байрам менән һеҙҙе, йәш буҫтар! Яҡынлашыусы Яңы йыл менән!

Һәр ваҡыттағыса БР Мәғариф министрлығы тарафынан ойошторолған республиканың төп шыршыһы барыһына ла шатлыҡлы мәлдәр бүләк иткән ысын мөғжизәле байрам булды. Тантанала балаларҙы Яңы йылдың төп тылсымсыһы — ейәнсәре Ҡарһылыу менән Ҡыш бабай ҡаршы алды. Мәҙәниәт һарайы фойеһында улар өсөн балалар шиғыр һөйләне, бейене, матур шыршы тирәләй йырлап әйләнде.

Һуңынан ҡунаҡтарҙы тамаша залына «Яңы йыл музейы» музыкаль спектакль-әкиәтенә саҡырҙылар. Көмөш күлдәк кейгән ҡар бөртөктәре, аборигендар, мысыр фараоны, терелгән мумиялар, боронғо грек алиһәләре һәм башҡа бик күп геройҙар Ҡыш бабайҙың нисек Яңы йыл музейын төҙөүе һәм үҙе үк унда юғалыуы хаҡында тарих һөйләнеләр.

Сағыу әкиәт декорациялары, матур костюмдар, төрлө махсус эффекттар — былар барыһы ла төп Яңы йыл балалар байрамының ҡабатланмаҫ атмосфераһын тыуҙырҙы.

Спектаклгә Башҡорт драма театры, ҡурсаҡ театры, Милли йәштәр театры актерҙары, шулай уҡ балалар ижади коллективтары йәлеп ителгән. Тамашаны ҡуйыусы режиссер — Илшат Фәхертдинов. Сценарий авторы — Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрының әҙәби бүлек мөдире Владимир Аношкин.

Президент шыршыһы тураһында иҫтәлеккә балаларға йомшаҡ уйынсыҡтар, Зәйнәб Биишеваның «Һөнәрсе менән өйрәнсек» китабы һәм тәмлекәстәр бүләк ителде.