6 декабрь, Шишәмбе

23 декабрь 2013 йыл, 17:15

Ғәскәров ансамбле коллективҡа нигеҙ һалыусының бейеүҙәрен ҡуйҙы

автор: Ольга Мортазина

Фәйзи Ғәскәров исемендәге Дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле республика Президенты грантын алған программаны күрһәтте. «Ғәскәров мираҫы» концертына коллективҡа нигеҙ һалыусы ижад иткән, һирәк башҡарылған һәм хәҙерге тамашасыға билдәһеҙ хореографик номерҙар индерелгән. Оҫтаның композициялары башҡарыусыларҙан бик яҡшы техника ғына түгел, шулай уҡ юғары артистизм һәм халыҡ характеры үҙенсәлектәрен аңлауҙы талап итә, тип билдәләнеләр ансамблдә. Программаға «Өс туған», «Кейәү егете», «Төньяҡ амурҙары», шулай уҡ Ф.Ғәскәров Башҡортостандың Урал аръяғы төбәге үҙешмәкәр коллективтары өсөн ҡуйған композициялар — «Тәпән» һәм «Беҙҙең байрам» ингән. Был номерҙар академия ансамбле бейеүселәре өсөн реконструкцияланған. 27 декабрҙә «Ғәскәров мираҫы» программаһы Йәштәр мәҙәниәт һарайында күрһәтеләсәк, тип хәбәр иттеләр Дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле хакимиәтендә.