6 декабрь, Шишәмбе

23 декабрь 2013 йыл, 16:34

Яңы йыл каникулдарында Куйбышев тимер юлы өҫтәп 130 рейс ебәрә

автор: Розалия Вәлиева

Яңы йыл байрамдары һәм раштыуа каникулдары осоронда Куйбышев тимер юлы  станцияларынан «Федераль пассажирҙар компанияһы» асыҡ акционерҙар йәмғиәте поездарының өҫтәмә рәүештә 130-ҙан ашыу рейсы тәғәйенләнәсәк, тип хәбәр итә тимер юл ведомствоһы матбуғат хеҙмәте.

Улар 2013 йылдың 25 декабренән 2014 йылдың 13 ғинуарына тиклем осорҙа йөрөйәсәк. Мәскәү йүнәлешендә 125 рейсҡа 23 поезд тәғәйенләнде, Санкт-Петербург йүнәлешендә — 9 рейсҡа дүрт поезд.

Куйбышев тимер юл сайтында онлайн билеттарға заказ бирә, шулай уҡ поездар хәрәкәте расписаниеһын белә алаһығыҙ.