3 декабрь, Шәмбе

23 декабрь 2013 йыл, 15:49

Өфөлә Аграр университетта Бөтә Рәсәй инженер кафедралар семинары үтте

автор: Евгения Сюткина, Зөлфиә Минһажева

Башҡорт дәүләт аграр университетында инженер профилендәге кафедралар мөдирҙәренең Бөтә Рәсәй семинар-кәңәшмәһе үтте. Сара Рәсәй һәм БР Ауыл хужалығы министрлыҡтары ярҙамында ойошторолдо һәм икенсе тапҡырына Башҡорт дәүләт аграр университетында үтте. Семинар тематикаһы «Тракторҙар һәм автомобилдәр» дисциплинаһын уҡытыуҙа инновацион алымдарға арналды. Был өлкәлә килеп тыуған көнүҙәк проблемаларҙы тикшерергә Рәсәйҙең төрлө төбәктәрендәге юғары уҡыу йорттарынан 40-тан ашыу кафедра мөдирҙәре һәм инженер дисциплиналарын уҡытыусылар килде.

Семинар-кәңәшмәнең пленар ултырышында агроинженер профилендәге белгестәр әҙерләү программаларын камиллаштырыу буйынса төплө докладтар менән БДАУ ректоры Илдар Ғәбитов, Рәсәй вуздарының Агроинженер белем биреү буйынса уҡыу-методика берекмәһе советы рәйесе урынбаҫары Анатолий Ананьин, БР  ауыл хужалығы министры урынбаҫары Фларис Шәйхетдинов, Мәскәү дәүләт аграр университетының «Тракторҙар һәм автомобилдәр» кафедраһы мөдире Сергей Девянин һәм башҡалар сығыш яһаны.

Кәңәшмә барышында Башҡорт агроуниверситетында, шулай уҡ Мәскәү, Ҡазан, Новосибирск, Пенза һәмТомск аграр вуздарында уҡыу процесына инновацион белем биреү технологияларын һәм студенттарҙы уҡытыуҙың яңы методикаларын индереүҙең ыңғай тәжрибәһе билдәләнде.

темалар: семинарҙар