Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.66

EUR 63.72

22 ғинуар, Йәкшәмбе

Уфа   °

Йыл башынан алып Өфө мәшғүллек хеҙмәте ярҙамында 17,3 мең эшһеҙ эшкә урынлашҡан

Иҡтисад

2013 йыл башынан алып мәшғүллек хеҙмәте ярҙамында 17,3 меңдән ашыу эшһеҙ өфөлө эшкә урынлашҡан. 1,8 меңдән күберәк кеше хеҙмәт баҙарында кәрәкле һөнәрҙәргә бушлай уҡырға һәм ҡайтанан уҡырға ебәрелгән.

«Башинформ» агентлығына хәбәр итеүҙәренсә, Өфө Мәшғүллек үҙәге – йәштәр хеҙмәте биржаһында, йыл башынан алып 13,2 меңдән ашыу кеше эшһеҙ статусы алған. 14,4 меңдән күберәк эшһеҙ өфөлө иҫәптән төшкән.

Бөгөнгө көнгә ҡала вакансиялар банкында 11,5 меңдән ашыу эш урыны бар, уға 6,3 мең тирәһе рәсми теркәлгән эшһеҙ дәғүә итә. Көсөргәнешлек коэффициенты, йәғни эшһеҙҙәрҙең вакансиялар һанына нисбәте, 0,59-ға тиң.

Башҡортостандың баш ҡалаһында эшһеҙлек кимәле 1,11 процентҡа тиң. Өфө мәшғүллек хеҙмәтендә хәҙер бөтәһе 6,8 мең кеше иҫәптә тора.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть