4 декабрь, Йәкшәмбе

23 декабрь 2013 йыл, 12:41

Благовещенда мандариномобиль йөрөнө һәм Ҡыш бабайҙар парады үтте

автор: Ольга Мортазина | фото: Ольга Зырянова

Яңы йыл алдынан Благовещен урамдары буйлап мандариномобиль йөрөнө. Уға ултырып йөрөгән Ҡыш бабай, Ҡарһылыу һәм әкиәт персонаждары урамда йөрөүселәргә урындағы эшҡыуарҙар биргән емеш-еләктәрҙе таратты. Байрам сараһын Ҡыш бабайҙар смотр-конкурсы дауам итте. «Жюри ағзалары артистарҙың үҙенсәлелектәрен, уларҙың костюмдарын һәм импровизациялау оҫталығын баһаланы. Ярҙамсы төркөм менән Бабайҙар ҡышҡы спорт төрҙәрен презентацияланы һәм тамашасыларҙы художество номерҙары менән ҡыуандырҙы», — тип хәбәр итте «Панорама» ҡала гәзите хәбәрсеһе Ольга Зырянова.

Иң яҡшы Ҡыш бабай тип 2-се балалар баҡсаһынан Артем Вервельский танылды. Еңеү хөрмәтенә ул Ҡарһылыу менән тройка атта майҙан буйлап үтте. Һуңынан Ҡыш бабайҙар майҙандағы байрамға ҡушылды, унда Яңы йыл флэшмобы үтте.

темалар: яңы йыл