11 декабрь, Йәкшәмбе

23 декабрь 2013 йыл, 12:25

«Лайыҡлы хеҙмәт өсөн шарттарҙы яҡшыртыу» ярҙамсы программаһы планлаштырыла

автор: Галина Бахшиева

Башҡортостан Хөкүмәтендә быйыл 2012-2016 йылдарға Республика хеҙмәт шарттарын яҡшыртыу һәм һаҡлау маҡсатлы программаһын тормошҡа ашырыу мәсьәләһенә арналған ведомство-ара комиссия ултырышы үткәрелде.

2013 йылда хеҙмәт шарттарын яҡшыртыу һәм һаҡлау маҡсатлы программаһы сараларын тормошҡа ашырыуға республика бюджетынан  840 мең һум аҡса бүленде, тип хәбәр иттеләр БР Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан.

Хәҙерге ваҡытта Башҡортостан Хеҙмәт министрлығы 2015-2020 йылдарға «БР-ҙа граждандарҙы социаль яҡлау» дәүләт программаһын әҙерләй, уға хеҙмәт шарттарын яҡшыртыу һәм һаҡлау мәсьәләләрен «Лайыҡлы хеҙмәт өсөн шарттарҙы яҡшыртыу» ярҙамсы программаһы формаһында индерергә планлаштырыла.

Башҡортостанстат мәғлүмәттәренә ярашлы, республика предприятиеларында хеҙмәтте һаҡлау сараларына тотоноуҙар 2012 йылда бер эшләүсегә 8351 һум тәшкил итте. Сағыштырыу өсөн: 2011 йылда был сығымдар 6880 һум тәшкил итте, 2010 йылда — 5858 һум.

Ведомство-ара комиссия ултырышында транспорт өлкәһендә хәүефһеҙлек һәм хеҙмәтте һаҡлау нормаларын һәм ҡағиҙәләрен күҙәтеү төп темаларҙың береһе булды.

БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова рәйеслегендә үткән  Ведомство-ара комиссия ултырышы барышында шулай уҡ март айында ҡабул ителгән хеҙмәт закондарын күҙәтеү буйынса ведомство контроле тураһындағы законды ла тикшерҙеләр.

Мониторинг күрһәтеүенсә, муниципалитеттар һәм төбәктең ҡайһы бер министрлыҡтары уны һанға һуҡмай, шуға күрә вице-премьер чиновниктарға хаталар өҫтөндә эш үткәрергә ҡушты.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2013 йылдың 11 айында производствола бәхетһеҙлек осраҡтарына килтергән хеҙмәтте һаҡлау һәм хәүефһеҙлек техникаһы өлкәһендә ҡағиҙә боҙоуҙар өсөн  Башҡортостанда  217 вазифалы һәм 16 юридик шәхес административ яуаплылыҡҡа тарттырылды. Һалынған штрафтарҙың дөйөм күләме 1,242 миллион һум тәшкил итте.