Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.66 ↑

EUR 63.72 ↓

21 ғинуар, Шәмбе

Уфа   °

Өфөлә Пэрис Хилтон автограф-сессия үткәрҙе

Мәҙәниәт

Пэрис Хилтон Өфөлә эш сәфәре менән булды. Рәсми булмаған мәғлүмәттәргә ярашлы, Американың сағыу «йондоҙо» «Хилтон» отелдәр империяһы маркаһы аҫтында асыласаҡ ҡунаҡханалар төҙөлөшөн ҡараны. «КП в Уфе» хәбәр итеүенсә, күренекле шәхес «Президент-отелдә» туҡтап ял итте. Уның өсөн саҡырылған стилист һәм парикмахер ҡунаҡты ҡала сауҙа үҙәктәренең береһендә уҙған автограф-сессияға әҙерләне. Сауҙа үҙәгендә Пэристың ижадын яратыусылар һәм ябай ҡыҙыҡһыныусылар йыйылғайны. Арҙаҡлы кеше өфөлөләр менән фотоға төштө һәм ике сәғәт дауамында автографтар таратты. Сараны аэропортҡа китеү ваҡыты етеү менән бәйле туҡтатырға тура килде.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть