5 декабрь, Дүшәмбе

23 декабрь 2013 йыл, 10:08

Ирек Зарипов менән Кирилл Михайлов тағы ла миҙалдар яуланы

автор: Дмитрий Слезин

Канадала Халыҡ-ара Саңғы уҙыштары һәм биатлон буйынса паралимпия комитеты донъя Кубогының сираттағы этабында Башҡортостан спортсылары айырылып торҙо.

Был стартта донъяның 12 иленән инвалид булған 100-ләп спортсы ҡатнашты, шуларҙан 42 спортсы Рәсәйҙән килгәйне.

«Сочи 2014» илсеһе Ирек Зарипов ике алтын, бер көмөш һәм бер бронза миҙалдар яуланы.

«Сочи 2014» чемпионы» проектында ҡатнашыусы Кирилл Михайлов ике бронза награда алды.