6 декабрь, Шишәмбе

20 декабрь 2013 йыл, 16:53

Октябрьский ҡалаһы башлығы итеп Алексей Шмелев тәғәйенләнде

автор: Сергей Захаров

20 декабрҙә Октябрьский ҡалаһы ҡала округы Советы Алексей Шмелевты контракт буйынса ҡала хакимиәте башлығы итеп тәғәйенләү тураһында ҡарар ҡабул итте.

Алексей Николаевич Шмелев 1960 йылдың 11 мартында Дәүләкән районының Ленинский ҡасабаһында тыуған. Белеме буйынса инженер-төҙөүсе, Ҡазан  инженер-төҙөлөш институтын тамамлаған. Төрлө йылдарҙа «Башнефть» акционерҙар нефть компанияһының Октябрьский ремонт-төҙөлөш идаралығында мастер, баш инженер, начальник, «Туймазынефть нефть-газ табыу идаралығы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең автотранспорт-юл цехы начальнигы, «Октябрьский нефть-газ машиналары эшләү заводы» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры булып эшләй.

2007 йылда Октябрьский ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары итеп тәғәйенләнә. Быйыл ноябрҙән алып ваҡытлыса ҡала башлығы вазифаһын башҡара.