Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.24 ↓

EUR 69.65 ↑

18 август, Йома

Уфа   °

Мәләүез районының йәш ғаиләләренә торлаҡ алыуға сертификаттар тапшырылды

Йәмғиәт

Мәләүез районы хакимиәтендә йәш ғаиләләргә торлаҡ һатып алыуға йәки шәхси йорт төҙөүгә социаль түләүҙәр таныҡлығын тапшырыу тантанаһы уҙҙы. Дөйөм 14,5 миллион һумдан ашыу суммаға сертификаттарҙы 2011-2015 йылдарға «Торлаҡ» федераль маҡсатлы программаһының «Йәш ғаиләләрҙе тәьмин итеү» ярҙамсы программаһында ҡатнашыусы 33 ғаилә алды.

Йәш ата-әсәләргә документтарҙы Мәләүез районы хакимиәте башлығы Мәлик Вәхитов тапшырҙы.

— Рәсәй Федерацияһы, Башҡортостан Республикаһы, район бюджетынан бүленгән аҡсалар ярҙамында йәш ғаиләләр үҙҙәренең торлаҡ шарттарын яҡшырта алды. Быйыл ауыл ерендә йәшәүсе 10 ғаиләгә 8 миллион һумдан ашыу ярҙам күрһәтелде. Программаны тормошҡа ашыра башлағандан алып – 2003-2012 йылдарҙа – 544 йәш ғаилә төрлө күләмдә дәүләт ярҙамы алды. Беҙ үҙ яғыбыҙҙан иң мөһим мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә хәлебеҙҙән килгәнсә ярҙам итәбеҙ, атап әйткәндә, торлаҡ мәсьәләләрендә, — тине район башлығы.

Квадрат метрҙар менән тәьмин итеү – йәш ғаиләләр һәм уларҙың балаларына социаль ярҙам итеүҙең берҙән-бер сараһы түгел. Һуңғы йылдарҙа мәктәпкәсә белем биреү учрежденияларында урындар етмәү мәсьәләһен хәл итеүҙә алға китештәр бар. Бер нисә балалар баҡсаһы, элек уларҙа төрлө ойошмалар урынлашҡайны, капиталь ремонттан һуң үҙенең тура тәғәйенләнеше буйынса файҙаланыла. Һәм был эш дауам ителә. Бынан тыш, балалар баҡсаһы шәкәр заводы ҡасабаһында ла төҙөлә, тип хәбәр итте Мәләүез районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге баш белгесе Юлиә Мырҙабулатова.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть