7 декабрь, Шаршамбы

20 декабрь 2013 йыл, 16:18

Төбәк башлығы Баймаҡ үҙәк ҡала дауаханаһының яңы корпусын һәм медтехникаһын ҡараны

автор: Эльвира Латипова

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов йома эш сәфәре барышында Баймаҡ үҙәк ҡала дауаханаһында булды.

Ул медицина персоналдары менән дауалау учрежденияһының эше һәм матди-техник базаһы тураһында әңгәмәләшеп, быйыл июль айында 19 миллион һумға һатып алынған Toshiba фирмаһы Aquilion компьютер томографияһына айырыуса иғтибар итте. Элек компьютер томографияһын үтер өсөн баймаҡтарға Сибайға йөрөргә тура килгән. Хәҙер улар юғары аныҡлыҡтағы диагностик процедураларҙы үҙ район үҙәгендә үтә ала.

Президент Баймаҡ медиктарының бындай юғары технологик ҡорамалда эшләргә әҙер булыуҙары менән ҡыҙыҡһынды. Дауахана етәкселеге билдәләүенсә, белгестәр әҙерлек үткән һәм томограф төрлө ауырыуҙарҙы диагностикалауҙа әүҙем ҡулланыла. Рөстәм Хәмитов пациенттарҙың томографта эшләнгән яңы снимоктарын ҡараны.

— Мин компьютер томографияһы кабинетының нисек эшләгәнен күрҙем һәм медициналағы юғары технологиялар Баймаҡҡа ла килеп етеүен шатланып билдәләйем, — тине Баймаҡ үҙәк ҡала дауаханаһы хеҙмәткәрҙәре менән әңгәмәләшкәндә Рөстәм Хәмитов.

Артабан республика Президенты Баймаҡ үҙәк ҡала дауаханаһының яңы инфекция корпусы бинаһын ҡараны. Инфекция корпусы бинаһы быйыл Республика адреслы инвестиция программаһы сиктәрендә төҙөлдө, был маҡсатҡа 28,2 миллион һум аҡса йүнәлтелде.

Бер ҡатлы корпус 15 койка-урынға иҫәпләнгән. Унда һәр ҡайһыһында икешәр койкалы алты бокслы палата, мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн ике койкалы бокс, «әсә һәм бала» боксы  урынлашҡан. Бинала шулай уҡ ҡабул итеү-ҡарау боксы менән ҡабул итеү бүлеге, ординатор бүдмәһе, медицина һәм ике процедура кабинеттары, буфет, хужалыҡ бүлмәләре һәм санитар үткәреү пункты бар.

Рөстәм Хәмитов табиптар һәм шәфҡәт туташтары менән аралашты, эш шарттары менән ҡыҙыҡһынды. Медиктар уға республикала һаулыҡ һаҡлау үҫешенә ҙур иғтибар бүлгәне өсөн рәхмәт әйтте һәм, инфекция корпусы файҙаланыуға тапшырылыу менән дауалау учрежденияһы медицина ярҙамы күрһәтеүҙә сифатлы яңы кимәлгә күтәрелде, тип билдәләне.