Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.23 ↓

EUR 69.80 ↓

12 декабрь, Шишәмбе

Уфа   °

Башҡортостан Хөкүмәтендә күп балалы әсәләргә миҙалдар тапшырылды

Йәмғиәт

Республика Хөкүмәтендә быйыл йөҙ ҙә һигеҙенсе, һуңғы тапҡыр күп балалы ҡатындарҙы «Әсәлек даны» миҙалдары менән наградлау тантанаһы үтте. Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова республикабыҙҙың биш һәм унан күберәк бала табып тәрбиәләгән ҡатын-ҡыҙҙарына наградалар һәм аҡсалата премиялар тапшырҙы. Әлеге ваҡытта Баймаҡ районы буйлап эш сәфәрендә йөрөгән республика Президенты Рөстәм Хәмитовтан ҡотлау тапшырып, вице-премьер, уларға килеп етергә һыуыҡтар һәм Олимпия уты Эстафетаһы ҡамасауламанымы, тип ҡыҙыҡһынды. Ҡатындар, беҙҙе һыуыҡ ҡурҡытмай, ә иртәрәк килгәс, тығындарға эләкмәнек, тип яуап бирҙе.

— Һеҙҙе юғары дәүләт наградаһы менән ҡотлайым, ләкин беҙҙең һәм һеҙҙең төп награда — балалар. Әлбиттә, иң ауыр һәм яуаплы хеҙмәт— әсәйҙәрҙеке, — тине Лилиә Ғүмәрова. — Именлек һәр йорттан, һәр ғаиләнән башлана. Әгәр балалар ата-әсәһен яратһа һәм хөрмәт итһә, улар үҙ илен дә яратасаҡ.  Миллиард һумдар тотоноп, әллә күпме квадрат метр торлаҡ, меңләгән километр юлдар төҙөргә мөмкин, әммә һәр балаға үҙ күңел йылыбыҙҙы, үҙ ҡиммәттәребеҙҙе һала алһаҡ ҡына һөҙөмтә буласаҡ. Һеҙгә хеҙмәтегеҙ өсөн ҙур рәхмәт белдерәм һәм башымды эйәм.

Бүләкләнеүселәр араһында  республиканың бөтә райондарынан да тиерлек вәкилдәр бар. Бөгөн тағы 60 күп балалы әсә миҙал алды.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть