11 декабрь, Йәкшәмбе

20 декабрь 2013 йыл, 13:48

Баймаҡта яңы йорт файҙаланыуға тапшырылды

автор: Эльвира Латипова

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов эш сәфәре барышында граждандарҙы иҫке һәм авария хәлендәге йорттарҙан яңыһына күсереү программаһы буйынса Баймаҡта Әлибаев урамында төҙөлгән яңы өс ҡатлы йортто ҡараны.

Төҙөүселәр әҙер объектты 2013 йылдың 3-сө кварталында тапшырҙы. Төҙөлөш-монтаж эштәре хаҡы 23,4 миллион һум тәшкил итте.

Йортта бер һәм ике бүлмәле 24 фатир урынлашҡан. Улар тулыһынса күсенеп сығыуға әҙер: фатирҙарҙа биҙәү эштәре тамамланған. Буласаҡ өй туйлаусылар асҡыстар алған да инде һәм күсергә планлаштыра.

Рөстәм Хәмитов төҙөлөш һәм биҙәү эштәренең сифаты менән ҡәнәғәт ҡалды.