Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.47 ↓

EUR 60.45 ↑

23 февраль, Кесе йома

Уфа   °

Сочи-2014 Олимпия Уты Өфөгә килеп етте

Спорт

20 декарҙә иртәнге сәғәт 10-да Өфөнөң тимер юл вокзалында Олимпия утын тантаналы ҡаршы алдылар. Уны Башҡортостан Республикаһы йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Андрей Иванюта һәм Өфө мэры Ирек Ялалов ҡаршы алды. Ижади коллективтарҙың сығышы, милли колорит байрам атмосфераһын тыуҙырҙы.

2004 йылғы Олимпиадала бронза призеры Руслан Нәсибуллин беренсе факел йөрөтөүсе булды. Ул Утты ҡаланың тарихи урындары – Карл Маркс, Пушкин, Туҡай, Зәки Вәлиди, Совет, Сочи урамдары буйынса йөрөтәсәк киләһе факелсыларға тапшырҙы.

Атҡаҙанған спорт мастеры Руслан Нәсибуллин эстафетаны ҡәҙимге спорт яратыусы үҫмергә – 15 йәшлек Данил Айытҡоловҡа тапшырҙы.

Республикала һәм Рәсәйҙә билдәле футбол судьяһы, М.Аҡмулла исемендәге БДПУ-ның физик культура факультетын тамамлаусы, хәҙер «Уфа» футбол клубының спорт директоры Илдус Биглов өсөнсө факел йөрөтөүсе булды.

Унан һуң факелды 1980 йылда Мәскәүҙә үткән Уйындарҙа олимпия чемпионы, уҡсы Игорь Соколов алды һәм ул артабан эстафета юлы буйынса Өфөнөң һәләтле йәш шашкасыһы Айнур Шәйбәковты ебәрҙе.

БДПУ-ның Волонтерҙар үҙәген (Сочиҙа XXII ҡышҡы Олимпия уйындарына һәм XI ҡышҡы Паралимпия уйындарына волонтерҙар йыйыу һәм әҙерләү буйынса рәсми майҙансыҡ) ойоштороусы һәм уның етәксеһе Наталья Салмина Өфөләге Эстафетала этап буйынса етенсе һәм ҡатын-ҡыҙҙарҙан беренсе булды.

Олимпия уйындарында ҡатнашыусы конькиҙа йүгереүсе Андрей Кривошеев, еңел атлетика ветераны Анатолий Крюков һәм халыҡтан сәләмәт йәшәү рәүеше алып барыусы Рөстәм Ғәзизуллин Утты беренсе аралыҡ нөктәһе – Салауат Юлаев майҙанына килтерҙе. Бында байрамса сара башланды.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть