Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.63

EUR 61.44

20 февраль, Дүшәмбе

Уфа   °

Башҡортостан «чекистары» дәүләт наградаларына лайыҡ

Йәмғиәт

20 декабрҙә Рәсәй Дәүләт именлек органдары хеҙмәткәрҙәре көнө билдәләнә. Ошо көндәрҙә Рөстәм Хәмитов Федераль именлек хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы хеҙмәткәрҙәрен наградлау тураһында документҡа ҡул ҡуйҙы.

Республика Президентының Указы менән һөнәри оҫталығы, законлылыҡты һәм хоҡуҡ тәртибен нығытыуға ҙур өлөш индергәндәре өсөн Башҡортостан Республикаһы Почет грамотаһына Алексей Самородов менән Рөстәм Яруллин лайыҡ булды.

Икенсе указ менән уларҙың коллегалары Михаил Дудоров һәм Рөстәм Мәҡсүтов республика башлығының Рәхмәт хаты менән бүләкләнде, тип хәбәр ителә рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт порталында.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть