6 декабрь, Шишәмбе

20 декабрь 2013 йыл, 12:21

«500 ферма» программаһы буйынса 82 һөтсөлөк фермаһы реконструкцияланды

автор: Галина Бахшиева

2012 йылдың яҙынан – «500 ферма» республика программаһы тормошҡа ашырыла башлағандан алып Башҡортостанда 82 һөтсөлөк фермаһы яңыртылды.

Уларҙың 51-е быйыл реконструкцияланды, алтауһы файҙаланыуға яңы ғына тапшырылды. Улар араһында – Ауырғазы районының «Уңыш» ауыл хужалығы производство кооперативы, Краснокама районының «Кама агрофирмаһы», «Алға тоҡомсолоҡ заводы», «Башаҡ агрофирмаһы» ауыл хужалығы производство кооперативтары, Краснокама районының «Маяҡ агрофирмаһы» һәм Яңауыл районының «Еңеү» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттәре малсылыҡ биналары.

БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 2012-2013 йылдарҙа 133 һөтсөлөк фермаһын һәм 1 тоҡомсолоҡ эше буйынса сервис хеҙмәте булдырыу предприятиеһын модернизациялауға 115 ауыл хужалығы предприятиеһына «500 ферма» программаһында ҡатнашыусы статусы бирелгән.

«Һөтсөлөк малсылығын үҫтереү һәм һөт етештереүҙе арттырыу. 2012-2016 йылдарҙа БР-ҙа 500 һөтсөлөк-тауар фермаһын комплекслы яңыртыу» республика маҡсатлы программаһы 2012 йылдың яҙында тормошҡа ашырыла башланы.

2013 йылдан башлап субсидиялау ставкалары артты: фермаларҙы яңынан төҙөү һәм реконструкциялау өсөн бер баш мал урынына — 35 мең һумға тиклем, капиталь ремонт барышында бәйһеҙ тотоу өсөн — бер баш мал урынына 20 мең һумға тиклем.

Бынан тыш, һауыу залдарын төҙөү-монтажлау эштәренә – 1,5 миллион һумға тиклем, һөт блоктары буйынса — 1 миллион һумға тиклем, заманса һауыу залдары һәм ирекле һауыу системаһы алыуға 2,5 миллион һумға тиклем субсидия билдәләнде.

Шулай уҡ, быйылдан алып ғилми эш һәм уҡытыу буйынса хужалыҡҡа айына 15 мең һумға тиклем ставка билдәләнде.